“Бөтә халыҡ тауыш биреүендә күпселек рәсәйҙәр хуплағанда ғына Конституцияға төҙәтеүҙәр үҙ көсөнә инәсәк”, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин төп законға үҙгәрештәр индереү буйынса эшсе төркөм ағзалары менән осрашыуында. Был – дәүләт башлығының улар менән икенсе осрашыуы. Тәүге осрашыуы бер ай тирәһе элек булғайны. Ошо ваҡыт эсендә төп законды үҙгәртеү хаҡында 500-ҙән ашыу тәҡдим килгән.
Президент әйтеүенсә, Конституцияға инмәй ҡалған тәҡдимдәр мотлаҡ өйрәнеләсәк һәм профилле ведомстволарға ебәреләсәк, ә ҡайһы берҙәре федераль закондарҙа сағылыш табыуы ихтимал.