Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып эшҡыуарҙарға продукция өсөн халыҡ-ара сертификат алыу сығымдарының бер өлөшөнә субсидия бирелә башлаясаҡ. Был маҡсатта 20 миллион һум аҡса бүленгән. Бер ғариза биреүсегә субсидия күләме сығымдың 80 процентын тәшкил итә, әммә ул 2 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Эшҡыуарҙарға күрһәтелгән был дәүләт ярҙамы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә, шулай уҡ тауар һәм хеҙмәт күрһәтеү үҫеше буйынса республика проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған.