+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 11:16

Башҡортостан предприятиелары ла милли проекттарҙа ҡатнаша.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостандың тағы ике предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” милли проектында ҡатнашасаҡ. Ошо хаҡта «Уралмостострой” һәм “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән.

Башҡортостандың тағы ике предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” милли проектында ҡатнашасаҡ. Ошо хаҡта «Уралмостострой” һәм “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән.
Милли проектта ҡатнашҡан был предприятиелар “Етештереүсәнлек лидерҙары” тигән программаға инеп льготалы займ формаһында финанс яҡлауға дәғүә итә ала. Был аҡсалар сәнәғәтте үҫтереү фонды аша биш йылға бер процент менән бирелә. Уның күләме – 300 миллион һумға тиклем. Шулай уҡ был компаниялар тәжрибә уртаҡлашыу буйынса республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге форумдар, конференцияларҙа ҡатнашыу хоҡуғы ла.
“Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте тимер һәм автомобиль юлдары өсөн күперҙәр һәм юлүткәргестәр төҙөлөшөндә тәжрибәһе булған предприятие. “НефАЗ” – автомобиль шассилары өсөн ҡоролмалар, вахта һәм пассажир автобустары, электр һәм троллейбустар, тағылмалар һәм башҡа техникалар эшләп сығарыусы эре предприятие.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: