+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 11:13

Ҡан әйләнеше сирҙәренән яфаланыусылар иң күбе

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 2024 йылға тиклем 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Был сумманың 10 миллиард һумдан күберәге федераль бюджеттан алынасаҡ.

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 2024 йылға тиклем 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Был сумманың 10 миллиард һумдан күберәге федераль бюджеттан алынасаҡ.
"Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" программаһына ярашлы, дауаханалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. 2024 йылға тиклем ошо маҡсатта бөтәһе 2 миллиард 400 миллион һум тотоноу ҡарала. Яман шешкә ҡаршы көрәш саралары киң йәйелдерелә. Өфөлә республика онкология диспансерының яңы хирургия корпусы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарында халыҡҡа онкология ярҙамы күрһәткән үҙәктәр эшләй.
2019 йылда республикала оло йәшкә ҡараған 765 163 кеше диспансеризацияның беренсе этабын үтте, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, 78 509 ауырыу осрағы асыҡланған. Шуларҙан тәүге урында – ҡан әйләнеше сирҙәре (21,5 мең осраҡ), икенсе урында – эндокрин системаһы ауырыуҙары (15 меңдән ашыу осраҡ), өсөнсөлә – нервы системаһы сирҙәре (6,8 мең осраҡ). Пациенттарҙа тәүгә 18 туберкулез, 593 яман шеш, 1 496 шәкәр диабеты, 12 750 юғары ҡан баҫымына бәйле ауырыу, 1 757 йөрәктең ишемия сире осрағы асыҡланған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: