+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 11:20

Төнгө урам бала өсөн түгел

Башҡортостанда йәйге осорҙа балалар өсөн “комендант сәғәте” бер сәғәткә оҙайтыла. Әле 17 йәшкә тиклемге балаларға 1 майҙан 30 сентябргә тиклемге осорҙа төнгө сәғәт ун икенән иртәнге алтыға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәһеҙ йөрөргә ярамаһа, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ваҡытты бер сәғәткә, йәғни киске сәғәт ун берҙән иртәнге алтыға ҡәҙәр арттырырға тәҡдим итә.

Улар 27 февралдә парламент ултырышында Башҡортостандың “Республикала бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләнә.
Йылдың башҡа айҙарында “комендант сәғәте” оҙайлығы үҙгәрешһеҙ ҡала – 22.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә хәтлем.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: