Бөгөнгә көндә банктар үҙ хеҙмәте өсөн түләү суммаһына 0,5 – 2 процент комиссия ҡуша. Был халыҡ иңенә өҫтәмә йөк булып ята. Дәүләт Думаһы депутаты белдереүенсә, Үҙәк банк инициативаны тулыһынса хуплай. Ул Торлаҡ кодексына төҙөтмәләр йәки ҡайһы бер закондарға үҙгәрештәр индереү юлы менән хәл ителеүе ихтимал.