+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 11:26

Милли проекттарҙың маҡсаты – социаль йүнәлештәге объекттар

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Президиум ағзалары менән киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Һүҙ милли проекттарҙың үтәлеше һәм быйылға билдәләнгән бурыстар хаҡында барҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Президиум ағзалары менән киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Һүҙ милли проекттарҙың үтәлеше һәм быйылға билдәләнгән бурыстар хаҡында барҙы.
Етәксе билдәләүенсә, былтыр милли проекттарға ярашлы республика ҙур төҙөлөш майҙанына әйләнгән. Шулай уҡ йыл социаль әһәмиәттәге объекттарҙың сафҡа инеүе менән дә билдәләнгән. Һүҙ сафҡа индерелгән 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, 2 поликлиника, 33 ФАП, 5 ауыл мәҙәниәт йорто тураһында бара. Улар ғәмәлдә “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт” милли проектары сиктәрендә төҙөлгән.
– Бындай төҙөлөштәрҙең күптән булғаны юҡ ине, алда ла шундай уҡ бурыстар тора. Был объекттарҙы ла ваҡытында төҙөп сафҡа индереү көн ҡаҙағында ҡала, – тине хөкүмәт етәксеһе урынбаҫары .
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: