+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 12:09

Алты миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан2019 йылда Өфөлә юл төҙөү һәм ремонтлау өсөн 5,9 миллиард һум аҡса тотонолған. 50,7 саҡрым оҙонлоҡтағы 35 участкала ремонт эшләнгән. Улар араһынан 28 объектта (оҙонлоғо буйынса 47,3 километр) төҙөкләндереү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.

2019 йылда Өфөлә юл төҙөү һәм ремонтлау өсөн 5,9 миллиард һум аҡса тотонолған. 50,7 саҡрым оҙонлоҡтағы 35 участкала ремонт эшләнгән. Улар араһынан 28 объектта (оҙонлоғо буйынса 47,3 километр) төҙөкләндереү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
Үткән йылда Өфөлә Бөрө трактының тимер юлы, юл үткәргесе һәм килеү юлы менән киҫешкән ерендә ҙур эштәр башҡарылған. Затонда Летчиктар һәм Полковник Меляков урамдары һалынған. Глумилин биҫтәһендә Р.Нуреев һәм Глумилин урамдары, Инорста Лесунов урамы һәм Баландин бульвары төҙөлгән. Мушников урамы ла оҙайтыла.
Үҙәккә килгәндә, 8 Март һәм Комсомол урамдарын реконструкциялау башланған. Ағиҙел яры буйында эштәр алып барылған.
Быйыл да юл төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: