+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 11:21

Медицина учреждениеларында – заман технологиялары

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостан ауылдарында урынлашҡан медицина учреждениеларын интернетҡа тоташтырыу дауам итә.Былтыр 400-гә яҡын фельдшер-акушер пункты заман технологияһы менән ҡуллана башлаһа, быйыл был күрһәткес 351-гә етәсәк.

Башҡортостан ауылдарында урынлашҡан медицина учреждениеларын интернетҡа тоташтырыу дауам итә.
Былтыр 400-гә яҡын фельдшер-акушер пункты заман технологияһы менән ҡуллана башлаһа, быйыл был күрһәткес 351-гә етәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һанлы технологияға күсеү урында видеоконференциялар үткәреү, төбәктә медицина документацияһының киңәйтелгән базаһын төҙөү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Шулай уҡ льготалы дарыуҙар менән тәьминиәт тә автоматлаштырыла. Әйткәндәй, Башҡортостан бюллетендың электрон вариантын биреү буйынса илдә алтынсы урында тора.
Медицина учреждениеларын цифрлаштырыу 2014 йылда уҡ башланғайны. Пациенттарҙың дуаханаларға алдан һәм түләүһеҙ яҙылыу мөмкинлеге биш йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: