Быйыл Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектта ҡатнашыусылар исемлеге тағы ла 20 ойошмаға артасаҡ. Әле унда республиканың 57 предприятиеһы иҫәпләнә – күбеһе сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтарында эшләй. Уларға яңыраҡ Нефтекама ҡалаһының “НефАЗ”, Өфөнөң “Уралмоторстрой” йәмғиәттәре ҡушылды.
Ойошмалар хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге эксперттар ярҙамынан бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондынан биш йылға 50 миллион һумдан 300 миллион һумға тиклем льготалы займ алырға мөмкин. Бына тыш, улар Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Бөтә Рәсәй Тышҡы сауҙа академияһы ғәмәлгә ашырған “Етештереү лидерҙары” идарасы кадрҙарҙы уҡытыу программаһында ҡатнаша ала. Предприятиеларға ярҙамдың тағы бер төрө – уларҙың экспорт мөмкинлектәрен арттырыуға булышлыҡ итеү ҡаралған.