-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 11:15

Илдең тотороҡло үҫеше беҙҙең ҡулдарҙа

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин ил иҡтисады йылдамыраҡ үҫешһен өсөн, яңы инвестиция циклына старт биреү бурысын ҡуйҙы. Дәүләт етәксеһе әйтеүенсә, эшлекле һәм инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе көн ҡаҙағына сығарыу зарур. Был иһә 2021 йылға инвестицияларҙың үҫеше 5-7 процент булырға тейеш тигәнде күҙ уңында тота.

Президент Владимир Путин ил иҡтисады йылдамыраҡ үҫешһен өсөн, яңы инвестиция циклына старт биреү бурысын ҡуйҙы. Дәүләт етәксеһе әйтеүенсә, эшлекле һәм инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе көн ҡаҙағына сығарыу зарур. Был иһә 2021 йылға инвестицияларҙың үҫеше 5-7 процент булырға тейеш тигәнде күҙ уңында тота.
Рәсәйҙең финанс тотороҡлоғон йыйылған резерв аҡсалар ҙа гарантиялай, тине Президент. Уның билдәләүенсә, бөгөн илдең милли байлыҡ фонды 125 миллиард долларҙан ашыу, ә халыҡ-ара резерв 560 миллиард долларға етә.
Был факторҙарҙың барыһы ла макроиҡтисади тотороҡлоҡ тәьмин итә һәм донья коньюктураһының үҙгәрештәренә бирешмәҫкә ныҡлы кәртә булып тора.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: