Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдә турбодвигателдәр һәм газ турбиналары экспорты буйынса тәүге урындарҙа килә. Металл һәм уларҙан эшләнгән изделиеларҙы, химия сәнәғәте, фармацевтика, лак-буяу продукцияһы, косметика саралары, махсус механик ҡоролмалар, аҙыҡ-түлек продукттары, ағас, целлюлоза, таштан, пластмассанан эшләнгән әйберҙәрҙе экспортлау күләме артҡан. Республикабыҙ Рәсәйҙә “Агидол” тип аталған фенол антиоксиданты һәм терефтал кислотаһы сығарылған берҙән-бер төбәк.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә республикала үткән йылда сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙың экспорты 2018 йыл менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа артҡан. Рәсәй буйынса был һандар 0,3 процентты тәшкил итә.