+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 11:13

Балаларҙың теше сәләмәт булһын

«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән «Үргә ос!» мәғариф проекты сиктәрендә башланғайны.Уға ярашлы 800 һәм унан да күберәк уҡыусы белме алған ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшләргә тейеш.

Бөгөнгө көндә билдәләнгән 61 стоматология кабинетының тик 13-ө генә уҡыусыларҙы ҡабул итә. Тағы 15 кабинеттың махсус лицензияһы бар, һигеҙе Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала.
Үткән аҙналағы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республика Башлығы Радий Хәбиров документтары әҙер теш табибы кабинеттарын 1 мартҡа тиклем эшләтергә ҡушты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: