+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 11:10

Ҡайһы урамға асфальт һалырға үҙегеҙ билдәләгеҙ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан2019 йылда республикала «Тыуған урам» программаһын ғәмәлгә инде. Уның асылы шунда: бер меңдән ашыу кеше йәшәгән һәр ауылда үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәлергә тейеш. Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы сходтарҙа үҙҙәре хәл итә.

2019 йылда республикала «Тыуған урам» программаһын ғәмәлгә инде. Уның асылы шунда: бер меңдән ашыу кеше йәшәгән һәр ауылда үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәлергә тейеш. Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы сходтарҙа үҙҙәре хәл итә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһы буйынса 2024 йылға тиклем ауыл-ҡасабаларҙа 564 саҡрым самаһы үҙәк урамдарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Быйыл планға алынған эштәр күләме – 112,9 саҡрым.
2019 йылда Республиканың юл фонды программаны 691 миллион һумға финансланы, 58 ауылда 95 саҡрым юл йүнәтелде. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҙур күләмле төҙөкләндереү эштәре ҡалаларҙа ла планлаштырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: