0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 11:19

Йәш ғалимдәргә – 1 млн һум

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанКисә республика Хөкүмәте Йортонда фәндең төрлө тармағында инновациялы проектар өҫтөндә эшләгән 25 йәш ғалимгә Башҡортостан Республикаһы гранты тапшырылды. Уларҙың һәр береһе 1 млн һум аҡсаға эйә булды. Еңеүселәр исемлеге йәш ғалимдарҙың проекттар конкурсын уҙғарыу буйынса комиссия эше йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.

Кисә республика Хөкүмәте Йортонда фәндең төрлө тармағында инновациялы проектар өҫтөндә эшләгән 25 йәш ғалимгә Башҡортостан Республикаһы гранты тапшырылды. Уларҙың һәр береһе 1 млн һум аҡсаға эйә булды. Еңеүселәр исемлеге йәш ғалимдарҙың проекттар конкурсын уҙғарыу буйынса комиссия эше йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.
Йәштәрҙе фәнгә әүҙем ылыҡтырыу өсөн Башҡортостанда, “Фән” милли проектына ярашлы, Ғилми-мәғариф үҙәге һәм вуз-ара кампус төҙөү ҡарала. Проектты бойомға ашырыу юғары уҡыу йорттарының матди-техник базаһын үҫтереү, студенттарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә килтерәсәк.
Шулай уҡ республика мәктәптәрендә академик кластар асыла. Программа юғары класс уҡыусыларына төрлө фәндәр менән тәрәндән танышыуҙан тыш, ғалимдар һәм академиктар ҡулы аҫтында фәнни һәм проект эшмәкәрлеге алып барыу мөмкинлеген бирә. Ул мәғлүмәт технологиялар, инженер эше, медицина кеүек предметтарҙы үҙ эсенә ала.

Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: