+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 16:10

Уҡытыусыларға ла мохтажлыҡ бар

10 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләү ҡарала.

Махсус был субсидия 2020-2022 йылдар дауамында түләнгәсәк. Документта билдәләнеүенсә, бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәренә хоҡуҡлы дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай. Уларға ҡуйылған талаптар: уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе менән уҡытыусы вазифаһына эшкә урынлашырға тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк буласаҡ. Күсеп барырға ниәтләгән урындан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта эшләгәндәр йәки йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша алмай. Күсергә ниәтләгән урын әлеге ваҡытта йәшәгән йәки эшләгән муниципалитетҡа тап килмәҫкә тейеш.
Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: