+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 11:34

Проекттың хаҡы – 10 триллион һум

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин кисә "Роснефть" етәксеһе Игорь Сечинды ҡабул итте. Һөйләшеү барышында “Көнсығыш Ойл” проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә "Роснефть" етәксеһе Игорь Сечинды ҡабул итте. Һөйләшеү барышында “Көнсығыш Ойл” проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.
Федераль милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Роснефть"ҡа Төньяҡ диңгеҙ юлынан тауар ташыуҙы көйләү бурысы ҡуйылған. Был нефть һәм газ ташыуға ҡағыла. Ошоно күҙ уңында тотоп, компания илдең төньяғында һәм Таймыр ярымутрауында яңы нефть һәм газ провинцияһы булдырыу буйынса ҙур күләмле эштәр алып бара. Проект “Көнсығыш Ойл” тип исемләнгән. Игорь Сечин билдәләүенсә, проектҡа йүнәлтелгән инвестициялар күләме 10 триллион һумға барып баҫасаҡ. Был киләсәктә илдең эске тулайым тауар етештереү күләме үҫешенә йыл һайын 2 процент өҫтәмә бирәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: