+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 11:18

Илдең төп законында милли проекттар

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанМилли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы Рәсәй Конституцияһының үҙгәртелгән эстәлегендә лә сағылыш табырға тейеш. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” генераль советы секретаре урынбаҫары Ольга Баталина белдергән.

Милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы Рәсәй Конституцияһының үҙгәртелгән эстәлегендә лә сағылыш табырға тейеш. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” генераль советы секретаре урынбаҫары Ольга Баталина белдергән.
– Рәсәй иҡтисадына миллиардлаған һум аҡса һалына. Шуға күрә милли проекттар төп закондың дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тигән бүлегендә сағылырға тейеш, тигән депутат.
Мәғлүм булыуынса, Президент Владимир Путин, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яңы хөкүмәттең йылдамлығы талап ителә, тип билдәләгәйне.
Шулай уҡ ул Конституциялағы үҙгәрештәр хаҡында федераль йыйылышҡа мөрәжәғәте ваҡытында белдереү яһаны. Был тәҡдимдәрҙең барыһы ла ошо йылдың яҙ айҙарында бөтә халыҡ ҡарамағына тауыш биреү өсөн сығарыласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: