“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған заманса микроскоп ярҙамында Өфөлә Тиҙ ярҙам дауаханаһында ҡатмарлы операциялар яһала. Мәҫәлән, башына ныҡ итеп ҡан һауған бер ауырыуҙың ғүмерен тап ошо микроскоп ярҙамында ҡотҡарып ҡалалар. Инсульт кисергән был кешенең һул сикәһендә ҡан тамырҙарының йомғаҡтай уҡмашыуы асыҡлана. Ундай ауыр осраҡтарҙа ғүмергә ҡурҡыныс янай, инвалид булыу ҡурҡынысы ҙур.
Табип-нейрохирург Рөстәм Шакиров замандың иң һуңғы ҡаҙаныштарына яуап биреүсе микроскоп ҡулланып, бик ҡатмарлы операция үткәрә. Бөтәһе лә уңышлы тамамлана. Ауырыуҙың хәле яҡшы, тиҙҙән ул ғәҙәти тормошона ҡайтасаҡ, тип яҙа Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.