+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 11:16

Тамамлана, нигеҙ һалына, планға алына

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанДәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итеүенсә, республика адреслы инвестиция проектына 2020 йылға 47 объект индерелгән һәм уларҙың ике тиҫтәнән ашыуы – “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк мәктәп һәм балалар баҡсалары.

Дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итеүенсә, республика адреслы инвестиция проектына 2020 йылға 47 объект индерелгән һәм уларҙың ике тиҫтәнән ашыуы – “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк мәктәп һәм балалар баҡсалары.
Өфөнөң Чесноковка биҫтәһендә 640 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Туймазылағы 260 урынлыҡ балалар баҡсаһында әле эштәр билдәләнгән графиктан алда бара. Тағы ла 16 мәктәпкә тиклем балалар учреждениеһының нигеҙе һалына. Шулай уҡ быйылғы йыл планында Нефтекама ҡалаһында һәм Булгаков ҡасабаһында 1225 һәм 825 урынлыҡ мәктәптәрҙе башлау тора. Улар сафҡа 2021 йылда инәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: