Кузнецов затонында асылған балалар баҡсаһының филиалына өҫтәп, быйыл тағы бер мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының төҙөлөшө башлана.
Яңы биҫтәләге көтөлгән объект “Демография” милли проекты сиктәрендә һәм Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡалҡып сығасаҡ.
Яңы балалар баҡсаһының проекты өс ҡатлы бинанан тора. Республика дәүләт төҙөлөшө рәйесе урынбаҫары Артем Ковшовтың әйтеүенсә, бындай объекттарҙың төҙөлөш ваҡыты 14 айға иҫәпләнгән.
Февраль айында подрядсыларҙы билдәләүсе һайлап алыу конкурсы башланасаҡ. Киләһе йылдың 4-се кварталына балалар баҡсаһын сафҡа индереү күҙаллана.