+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:15

Тупаҡта яңы мәктәп асылды

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанӘбйәлил районының Тупаҡ ауылында үҙ эсенә 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын да алған 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды. Ул “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект” программаһына индерелгәйне. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш ваҡытында тамамланмай ҡалды.

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында үҙ эсенә 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын да алған 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды. Ул “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект” программаһына индерелгәйне. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш ваҡытында тамамланмай ҡалды.
“Шәхсән үҙемә был эшкә этәргес бирергә, урындағы хакимиәтте һәм эш башҡарыусыларҙы дәртәләндереп торорға тура килде”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров был ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы.
Мәктәп заман талаптарына яуап бирә. Кабинеттар, спорт залы, ашхана, балалар баҡсаһы тейешле уҡыу әсбаптары, инвентарь, ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырылған. Яңы белем биреү усағының районда “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индереүен дә билдәләп үтергә кәрәк.

Фото Әбйәлил районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: