+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 12:02

Кузнецов затонында балалар баҡсаһы асылды

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанӨфөнөң Кузнецов затоны микрорайонында 150-се балалар баҡсаһының филиалы асылды. Ул 64 балаға иҫәпләнгән, бәләкәстәр дүрт төркөмгә бүленәсәк. Һынаусылар урамы, 21-се һанлы йортта урынлашҡан яңы балалар баҡсаһы бөгөн, 10 февралдә, кескәйҙәрҙең шат тауышына күмеләсәк.

Өфөнөң Кузнецов затоны микрорайонында 150-се балалар баҡсаһының филиалы асылды. Ул 64 балаға иҫәпләнгән, бәләкәстәр дүрт төркөмгә бүленәсәк. Һынаусылар урамы, 21-се һанлы йортта урынлашҡан яңы балалар баҡсаһы бөгөн, 10 февралдә, кескәйҙәрҙең шат тауышына күмеләсәк.
Яңы балалар баҡсаһы 759 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Уйын, йоҡо бүлмәләре, музыка залы, медицина кабинеты бар. Бәләкәстәр өсөн ризыҡ та ошонда уҡ әҙерләнәсәк. 970 квадрат метр тәшкил иткән ял итеү майҙаны ике метрлыҡ ҡойма менән уратылған, видео ҡорамалдары ҡуйылған.
Балалар баҡсаһын төҙөү өсөн 49 миллион һум аҡса тотонолған. Шуның 35,4 миллион һумы “Демография” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан бүленгән.
Кузнецов затоны – яңы район, бында күсеп килеүселәрҙең күбеһе – йәш ғаиләләр. Уларҙың уңайлығы өсөн ошо уҡ йортта ололар һәм балалар өсөн поликлиника ла асыу ҡаралған. Бынан тыш, 2022 йылда микрорайонда 260 балаға иҫәпләнгән тағы бер балалар баҡсаһы, мәктәп асыласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: