+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 11:22

Ғәжәп, ҡыҙҙар күберәк

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанТәбиғәт ҡанундары серҙәрен ғалимдар төрлөсә нигеҙләй. Мәҫәлән, ни өсөн донъяға малайҙар күберәк тыуа? Баҡһаң, көслө зат сирҙән генә түгел, ә тышҡы сәбәптәрҙән дә күпләп үлә. Аварияға, эштә һәм башҡа урындарҙа бәлә-ҡазаға йышыраҡ тарый, һуғыштарҙа баш һала, үкенескә ҡаршы, ир-егеттәр араһында суицид осраҡтары ла байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар һаны тигеҙ миҡдарҙа булһын өсөн малайҙар йышыраҡ тыуа, имеш.

Тәбиғәт ҡанундары серҙәрен ғалимдар төрлөсә нигеҙләй. Мәҫәлән, ни өсөн донъяға малайҙар күберәк тыуа? Баҡһаң, көслө зат сирҙән генә түгел, ә тышҡы сәбәптәрҙән дә күпләп үлә. Аварияға, эштә һәм башҡа урындарҙа бәлә-ҡазаға йышыраҡ тарый, һуғыштарҙа баш һала, үкенескә ҡаршы, ир-егеттәр араһында суицид осраҡтары ла байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар һаны тигеҙ миҡдарҙа булһын өсөн малайҙар йышыраҡ тыуа, имеш.
Ни ғәжәп, бөгөн ошо баланстың боҙолоуын күҙәтәбеҙ. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, 2019 йылдың 12 айында республикала 42 053 бала тыуған: 21 680 ҡыҙ һәм 20 373 малай. Ҡыҙҙар 1307-гә күберәк! Тимәк, тәбиғәт (Аллаһы Тәғәлә), үҙе генә белгән мәғлүмәткә таянып, кеше тыуымын көйләй.
Хәйер, бала – бәхет. Башҡортостан ЗАГС-тары быйыл ғинуар айында 50 игеҙ бала теркәгән. Ә уҙған йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Башҡортостанда 480 игеҙ һәм 8 өс игеҙ бала тыуған. Дөйөм алғанда иһә, донъяға килгән ғаиләләге 15 448 беренсе балаға, 15 803 икенсе балаға, 7 749 өсөнсө балаға, 2 111 дүртенсе балаға, 1 112 бишенсе һәм унан күберәк балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелгән.
“Демография” милли проекты сиктәрендә тыуымды арттырыу буйынса етди саралар билдәләнеүен әйтеп үтергә кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: