+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 13:43

Яңы бассейн үҙ ишектәрен асты

Ошо аҙнала Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Спорт йөҙөүҙәр үҙәге асылды. 25 метрлы бассейнда балаларҙы йөҙөргә өйрәтәсәктәр. Бында шулай уҡ, йәшенә ҡарамай, һәр кем килә һәм һыуҙа йөҙөү төрө спорты менән шөғөлләнә, һаулығын нығыта ала. Тәүлегенә бассейн менән йәмғеһе 700 кешене файҙалана ала.

Спорт объектының майҙаны 3 мең квадрат метр. Уны 2017 йылда төҙөй башлағайнылар. Ҡаралған сығымдар – 151 млн. һум. Шуның 16 миллионы – “Спорт – йәшәү ҡағиҙәһе” проекты сиктәрендә республикаға килгән федераль бюджет аҡсаһы.
Бинаның икенсе ҡатында тренажер залы, көйәрмәндәр өсөн 100 урынлыҡ трибуна һәм башҡа бүлмәләр урынлашҡан.

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: