-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 12:02

Ҡурсаҡ театры яңырасаҡ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау проекты әҙер. Дүрт ҡатлы төкәтмәлә бәләкәй зал, балалар актерлыҡ оҫталығы студияһы, мультипликация студияһы һәм башҡа бүлмәләр урынлашасаҡ. Театр бинаһының дөйөм майҙаны әле 2,5 мең квадрат метр тәшкил итһә, киләсәктә ул 6,5 мең квадрат метрға тиклем етәсәк. Төҙөлөш эштәре 2021 – 2022 йылдарҙа башҡарыласаҡ.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау проекты әҙер. Дүрт ҡатлы төкәтмәлә бәләкәй зал, балалар актерлыҡ оҫталығы студияһы, мультипликация студияһы һәм башҡа бүлмәләр урынлашасаҡ. Театр бинаһының дөйөм майҙаны әле 2,5 мең квадрат метр тәшкил итһә, киләсәктә ул 6,5 мең квадрат метрға тиклем етәсәк. Төҙөлөш эштәре 2021 – 2022 йылдарҙа башҡарыласаҡ.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 1932 йылда барлыҡҡа килгән. Әле ул урынлашҡан 1976 йылда төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. 2014 йылда уны реконструкциялау тураһында һүҙ сыҡҡайны. 13,9 мең квадрат метр майҙанға иҫәпләнгән кит рәүешендәге өс ҡатлы бинаны витраж быяланан төҙөү ҡарала. Тик был проект тормошҡа ашмай ҡала.
Әле Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау өсөн 780 миллион һум аҡса талап ителәсәге иҫәпләп сығарылған. Сығымдарҙың бер өлөшө “Мәҙәни мөхит” милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан бүленгән субсидия иҫәбенә башҡарыласаҡ, ҡалғаны республика бюджетынан ҡапланасаҡ. Театр эргәһендәге майҙанда балалар өсөн күңел асыу урыны ойоштороу ҙа ҡаралған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: