0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 11:27

Тормош шарттарын хәстәрләп

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин ил халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу һәм реаль килемдәрен арттырыу өсөн яңы төҙөлгән хөкүмәткә эште йәһәтерәк көйләргә ҡушты.

Президент Владимир Путин ил халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу һәм реаль килемдәрен арттырыу өсөн яңы төҙөлгән хөкүмәткә эште йәһәтерәк көйләргә ҡушты.
– Был бурысты тиҙерәк атҡарып сығыу өсөн министрҙарҙың шартлы блоктарға бүленеп түгел, ә бер командаға тупланып эшләүе мөһим, – тине ул.
Президент май Указдары үтәлешенә, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим ителгән эштәргә айырым баҫым яһаны. Тәү сиратта халыҡты социаль яҡлау сараларын тормошҡа ашырыуҙы талап итте. Бөгөн хөкүмәт алдында торған мөһим бурыстар араһында шулай уҡ өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр бирә башлау, тине ил етәксеһе.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: