+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 11:33

“Талантлы программистар төбәктәрҙә эшләргә тейеш”

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин Череповецк ҡалаһында үткән йәмәғәт вәкилдәре менән һөйләшеү барышында Рәсәй программистары донъяла алдынғы урындарҙы биләүен еткерҙе. “Беҙ артабан да был башланғыстарға ярҙам итәсәкбеҙ, президент гранттары түләү йәһәтенән дә. Төбәктәрҙән тағы ла күберәк коллегалар ҡушылыр, кәрәкле ведомстволар әүҙем эшләр, тип өмөт итәм”, – тип белдерҙе дәүләт башлығы.

Президент Владимир Путин Череповецк ҡалаһында үткән йәмәғәт вәкилдәре менән һөйләшеү барышында Рәсәй программистары донъяла алдынғы урындарҙы биләүен еткерҙе. “Беҙ артабан да был башланғыстарға ярҙам итәсәкбеҙ, президент гранттары түләү йәһәтенән дә. Төбәктәрҙән тағы ла күберәк коллегалар ҡушылыр, кәрәкле ведомстволар әүҙем эшләр, тип өмөт итәм”, – тип белдерҙе дәүләт башлығы.
Путин һүҙҙәренсә, йәш Рәсәй программистары һуңғы йылдарҙа 14 тапҡыр бөтә донъя кимәлендә еңеүгә өлгәшкән. 1999 йылға тиклем бындай уңышҡа тик АҠШ программистары ғына ирешкән булған. Ә 2000 йылдан алып беҙҙекеләр – беренселектә. Президент белгестәрҙе һөҙөмтәләр менән ҡотлап, бындай уңыштар йыл һайын төрлө халыҡ-ара майҙандарҙа ҡабатланасағына өмөт итеүен белдерҙе.
Дәүләт башлығы быйыл үткән программалау һәм математика буйынса халыҡ-ара конкурстар еңеүселәре, призерҙары менән осрашырға тырышырға вәғәҙә итте.
“Белгестәрҙең ил биләмәһендә тигеҙ, бигерәк тә улар күберәк талап ителгән урындарҙа урынлашыуын тәьмин итергә кәрәк. Был беҙ хәл итәсәк мәсьәләләрҙең береһе”, – тине президент.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: