+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 11:57

Дарыухана хаҡ күтәрһә...

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә: “Коронавирусҡа ҡаршы көрәштән файҙаланып, битлектәргә һәм вирусҡа ҡаршы препараттарға хаҡты арттырыусы дарыуханаларҙың лицензияларын алырға кәрәк”, – тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә: “Коронавирусҡа ҡаршы көрәштән файҙаланып, битлектәргә һәм вирусҡа ҡаршы препараттарға хаҡты арттырыусы дарыуханаларҙың лицензияларын алырға кәрәк”, – тип белдерҙе. Социаль мәсьәләләр буйынса вице-премьер Татьяна Голикованың: “Яңы йылға тиклем береһе 1 һум 50 тин торған битлектәрҙе ҡайһы бер дарыуханалар 70-100 һумға һата башлаған”, – тиеүенә Путин шулай тип яуапланы. Коронавирусҡа бәйле тулҡында табыш алып ҡалырға ынтылыусы дарыуханаларҙы япҡанда ла, препараттарға ҡытлыҡ тыумаясаҡ, тип билдәләне дәүләт башлығы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: