+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 18:21

Ауылда йәшәүселәргә льготалы ипотека

Ауыл ерҙәрендә йәшәгән ғаиләләргә льготалы ипотека бирелә башлай.Уның ставкаһы республика халҡы өсөн 0,1 процент буласаҡ. Башҡа төбәктәрҙә ул күпкә юғарыраҡ.

Ауыл ерҙәрендә йәшәгән ғаиләләргә льготалы ипотека бирелә башлай.Уның ставкаһы республика халҡы өсөн 0,1 процент буласаҡ. Башҡа төбәктәрҙә ул күпкә юғарыраҡ.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов ауыл биләмәләренең комплексы үҫешенә арналған Бөтә Рәсәй семинар- кәңәшмәһендә белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, әле республика кешеләренән байтаҡ заявкалар ҡабул ителгән.
Был программала ҡатнашыу теләген 16 банк белдергән. Льготалы ипотека ставкаһының ҙур өлөшө федераль бюджеттан, ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан ҡапланасаҡ. Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут билдәләүенсә, ауыл ипотека кредиттары банктар исемлеге төҙөлгәс тә, февраль айында уҡ ғәмәлгә инә.
Ауыл ере өсөн льготалы ипотеканың төп маҡсаты, унда йәшәгән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. 2025 йылдарға тиклем дауам итәсәк программа ярҙамында 200 мең ғаилә өй туйлаясаҡ. Кредит маҡсатлы буласаҡ. Уны ауылда әҙер йорт, ер участкаһы, төҙөлөп бөтмәгән өй, һалынып ятҡан йортта фатир һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин. Программала ҡатнашыу өсөн 10 проценттан да кәм булмаған иғәнә индереү фарыз, кредит күләме – 3 милллион һумғаса. Уны 25 йыл ваҡытҡа тиклем түләүгә бер тапҡыр ғына алырға була.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: