+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 11:19

Ауылға эшкә ҡайтҡандарға дәүләт ярҙамы бар

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанРосстат Рәсәй төбәктәрендә халыҡтың кәмеүе тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. Башҡортостанды үҙ эсенә алған Волга буйы федераль округы ошо рейтингта беренсе урынды биләй. Республикала, үкенескә ҡаршы, тыуым кәмей, йәштәр күпләп ситкә китә, йөҙәрләгән мең ир-егет вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй.

Росстат Рәсәй төбәктәрендә халыҡтың кәмеүе тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. Башҡортостанды үҙ эсенә алған Волга буйы федераль округы ошо рейтингта беренсе урынды биләй. Республикала, үкенескә ҡаршы, тыуым кәмей, йәштәр күпләп ситкә китә, йөҙәрләгән мең ир-егет вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуымды арттырыу, ситтә уҡыған йәштәрҙе тыуған яҡҡа ҡайтарыу, яңы эш урындары булдырыу бурыстары ҡуя. Эйе, едти саралай күрмәй тороп “Демография” милли проектында билдәләнгән күрһәткестәргә сығыу мөмкин түгел. Бигерәк тә ауыл үҙенә айырым иғтибар талап итә.
Кисә ситтәге юғары уҡыу йорттарында белем алған республика йәштәре өсөн «Торатау» конгресс-холында #ӨЙҘӘ форумы уҙҙы. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, унда сығыш яһап, бөгөн ауыл хужалығын үҫтереү буйынса тиҫтә йылдарға план төҙөлгән һәм күп кенә тармаҡ программалары 2030 йылға тиклем ҡабул ителгән, тине. Республикала ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә социаль ярҙам күрһәтелә. Атап әйткәндә, аграр юғары уҡыу йорттарын тамамлағандарға 500 мең һум аҡса биреү ҡаралған.
Шулай уҡ вице-премьер, ауылға күсеп ҡайтырға теләгәндәргә һәм ауыл хужалығы предприятиеһында эшләп йөрөгән торлаҡҡа мохтаж ауыл кешеләренә дәүләт торлаҡ хаҡының 70 процентҡа тиклемен өлөшөн түләй ала, сумма 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин, тип белдерҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: