Республика табиптарының күсмә бригадалары район һәм ҡалаларға барып, ауырыуҙарҙы ҡарауын дауам итә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ноябрь айынан февраль башына тиклем улар 11 район-ҡала халҡының һаулығын тикшергән. Ошо осорҙа табиптар барлығы 3182 кешене ҡараған. Уларҙың 800-ҙән ашыуы артабан тикшереүгә ебәрелгән, 138-енә дауаханала дауаланыу кәрәк тип табылған, 100 кешенең диагнозы асыҡланған, 121 ауырыуға юғары технологиялы ярҙам талап ителеүе билдәләнгән.
Күсмә бригадаларҙа нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог и офтальмолог эшләй.
27 мартҡа тиклем улар тағы һигеҙ ҡалала: Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ағиҙел, Туймазы, Учалы, Яңауыл, Дәүләкән һәм Благовещенда йәшәүселәрҙе ҡабул итәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға республикала ифрат ҙур иғтибар бирелә.