-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 11:26

Өҫтәмә белем алыуға шарттар

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда “Мәғариф” милли проектына ярашлы, 2024 йылдарға тиклем түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнгән балалар һаны 80 процентҡа артасаҡ.

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектына ярашлы, 2024 йылдарға тиклем түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнгән балалар һаны 80 процентҡа артасаҡ.
“Башҡортостан кванториумдары” тигән технопарк ярҙамға киләсәк. Күсмәле автостанцияла уҡыусылар инженер һөнәренең нескәлектәренә төшөнөр тип күҙаллана. Автостанция ҡайһы яңы менән отошло һуң? Унда йәш техниктар станцияһы булмаған ауыл балалары ла шөғәлләнә аласаҡ.
Тәбиғи фән һәм техник йүнәлештәге программалар буйынса өҫтәмә белем алыу республика бюджеты иҫәбенә алып барыласаҡ. Йылына меңдән ашыу уҡыусы технология дәрестәрендә инновацион юғары технологиялы ҡорамалдарҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге ала. Яҡынса өс мең бала “Башҡортостан кванториумдары” үткәргән сараларға йәлеп ителә.
Дәрестәр махсус график буйынса үткәрелә. Йәй көндәре ул һауыҡтырыу һәм көндөҙгө лагерҙарға күсерелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в