+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 11:19

Илдең төп законына үҙгәрештәр тураһында

#ВладимирПутинБөгөнгө көндә Рәсәй йәмәғәтселеге Конституцияға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен төрлө яҡлап тикшерә. Билдәле булыуынса, төп закондың ҡайһы бер положениеларын тулыландырыу, аныҡлау, өҫтәмәләр менән байытыу тураһында тәҡдимде 15 ғинуарҙа Президент Владимир Путин үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә әйткәйне.

Бөгөнгө көндә Рәсәй йәмәғәтселеге Конституцияға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен төрлө яҡлап тикшерә. Билдәле булыуынса, төп закондың ҡайһы бер положениеларын тулыландырыу, аныҡлау, өҫтәмәләр менән байытыу тураһында тәҡдимде 15 ғинуарҙа Президент Владимир Путин үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә әйткәйне.
Дәүләт Советының статусын, хөкүмәт Премьер-министырын, хөкүмәт ағзаларын тәғәйенләгәндә Дәүләт Думаһы вәкәләтлеген киңәйтеү, иң түбән эш хаҡы миҡдарын, пенсияларҙы индексациялау кәрәклеген, судьялар, депутаттар, сенаторҙар, хөкүмәт башлығы һәм федераль министрҙар вазифаһынан сит ил граждандарын ситләтеү талаптарын Конституцияға индереүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алғайны ил етәксеһе.
Кисә Череповц ҡалаһында урындағы йәмәғәтселек менән осрашыу барышында Владимир Путин Рәсәйҙең төп законын ҡабул итеү һәм уға үҙгәрештәр индереү тарихына ҡағылып үтте. “Конституцияны ҡабул иткәс, уға 15 тапҡыр үҙгәрештәр индерелде. Һәм бөгөнгө ваҡиғаларҙа ғәҙәттән тыш бер ни ҙә юҡ. Тәҡдим өҫтөндә эш башланғандан алып уны аҙағына тиклем атҡарып ҡуйыу циклы быға тиклем ай ярымдан дүрт айға тиклем ваҡытҡа һуҙылған”, - тине ул. Әле башланған эш өс айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт алыуы ихтимал, тигән фекерҙә Президент.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: