“Демография” милли проекты сиктәрендә Борай районы үҙәгендә 95 балаға иҫәпләнгән “Йәйғор” балалар баҡсаһы асылды. Ике ҡатлы заманса бинаның майҙаны 1390 квадрат метр биләй. Бында иркен йоҡо, уйын бүлмәләре, спорт һәм музыка залы, медицина кабинеты бар. Бынан тыш, бинаның иҙәне йылытылған, янмай торған ишектәр, пандустар һәм лифт менән тәьмин ителгән. Балалар баҡсаһы ихатаһында резина менән ҡапланған 5 уйын майҙаны урын алған, уларҙа кәрәкле уйын ҡоролмалары урынлаштырылған.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хузин әйтеүенсә, Борай ауылында 11,5 мең кеше йәшәй, шуларҙың 3,5 меңе – 18 йәшкә тиклемге балалар.