+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 11:21

Ауылдар – төҙөк, хужалыҡтар бай булһын тип

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан6-7 февралдә “Торатау” Конгресс-холда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ярҙам” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтә. Уның эшендә Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-минстрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, республика Хөкүмәте Премьер-минстры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, башҡа етәкселәр һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре – барлығы төрлө төбәктәрҙән 250 кеше ҡатнаша.

6-7 февралдә “Торатау” Конгресс-холда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ярҙам” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтә. Уның эшендә Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-минстрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, республика Хөкүмәте Премьер-минстры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, башҡа етәкселәр һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре – барлығы төрлө төбәктәрҙән 250 кеше ҡатнаша.
Семинар-кәңәшмәнең пленар ултырышы 6 февралдә 10.00 сәғәттә асыла. Тәүге эш көнө программаһына ауылдарҙа бәләкәй эшҡыуарҙарға ярҙам, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү тураһында һәм башҡа темалар ингән.
Әйткәндәй, 2020 – 2022 йылдарҙа ауыл төбәктәрен төҙөкләндереүгә Башҡортостанда 4,7 млрд. һум сығымдар ҡаралған. Уның 3 млрд. һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Был – ил төбәктәре араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Финанс сығымдар торлаҡ төҙөлөшөнә, газ, һыу үткәргестәр һуҙыуға, юлдар һалыуға йүнәлтелә. Торлаҡ пункттарын комплекслы төҙөү сиктәрендә 7 районда 11 проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: