+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 12:00

Президент премияһы лауреаттары иғлан ителде

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йыл өсөн йәш ғалимдарға фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йыл өсөн йәш ғалимдарға фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Премияға психология фәндәре докторы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты психология факультетының белем биреү психологияһы һәм педагогика кафедраһы мөдире Александр Веракса, физика-математика фәндәре докторы, ИТМО милли тикшеренеү университеты физика-техника факультетының баш фәнни хеҙмәткәре Сергей Макаров, биология фәндәре кандидаты, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Волга буйы тикшеренеү медицина университетының эксперименталь онкология һәм биомедицина технологиялары фәнни-тикшеренеү институтының фән буйынса директор урынбаҫары Марина Ширмановалар лайыҡ булды.
Фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы 2008 йылдан алып фән үҫешенә өлөш индергән, иҡтисад һәм социаль өлкәнең инновацион үҫешен тәьмин иткән яңы техника һәм технологиялар өлгөләрен булдырған, шулай уҡ оборона һәләтен нығытыуға өлөш индергән өсөн йәш ғалимдарға йыл һайын тапшырыла.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: