+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 11:21

Көтөгөҙ, һеҙҙә лә бассейн булыр!

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанСәләмәт тормошто пропагандалау һәм 2024 йылға Рәсәй халҡының 55 процентын физкультура менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу "Демография" милли проектының да төп күрһәткестәренең береһе булып тора.

Сәләмәт тормошто пропагандалау һәм 2024 йылға Рәсәй халҡының 55 процентын физкультура менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу "Демография" милли проектының да төп күрһәткестәренең береһе булып тора.
Билдәле булыуынса 2019 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан спортты үҫтереү йәһәтенән Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды. Республикала физик культураны һәм күп кеше ҡатнашҡан спортты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарыла, йыл һайын халыҡтың төрлө категориялары өсөн спартакиадалар һәм башҡа ярыштар уҙғарыла. Спорт объекттарын төҙөүгә ҙур сығымдар тотонола. Мәҫәлән, Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, 2024 йылға тиклем 16 районда бассейн төҙөләсәк. Был маҡсатҡа 4,44 миллиард һумға тиклем аҡса бүлеү ҡаралған. Йөҙөү спорты биналары Архангел, Баҡалы, Благовар, Балаҡатай, Дыуан, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондарында, Межгорьела, Бөрөлә һәм Өфөнөң Шакша биҫтәһендә һалынасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: