+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 11:15

Эсәр һыуҙың таҙалығы өсөн

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда кешеләрҙе таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү маҡсатына 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев хөкүмәт ултырышында хәбәр итте.

Башҡортостанда кешеләрҙе таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү маҡсатына 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев хөкүмәт ултырышында хәбәр итте.
Етәксенең билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Борай, Асҡын райондарында өс объектты проектлау эше алып барыла. Уларҙың барыһы ла адреслы инвестиция программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Бынаш тыш республикала тағы ете объекттың төҙөлөшө күҙалланған.
Башҡортостандың тағы 50 ауылы «Таҙа һыу” программаһына ингән. “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәргә 2024 йылдарға тиклем 4,25 миллирад һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Быйыл Өфө районы ауылдарында һыу гидротехник ҡоролмаларын төҙөү күҙ уңында тотола. Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн һыу таҙартыу станцияһының төҙөлөшө башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: