-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 13:35

“Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл уңышлы булды”

#ВладимирПутинКисә ил Президенты Владимир Путин Кремлдә ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашты. Министр уны тармаҡтың былтырғы эш йомғаҡтары, бөгөнгө хәле менән таныштырҙы.

Кисә ил Президенты Владимир Путин Кремлдә ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашты. Министр уны тармаҡтың былтырғы эш йомғаҡтары, бөгөнгө хәле менән таныштырҙы.
– Төп ауыл хужалығы культураларын етештереү тотороҡло артты, – тине Дмитрий Патрушев.
Былтыр иген уңған: 121 миллион тонна, йәғни 2018 йылдағынан 7,4 миллион тоннанан күберәк иген йыйып алынған. Йәшелсә, емеш-еләк уңышы ла мул булған. Мәҫәлән, 14 миллион тонна тирәһе йәшелсә йыйылған, был хәҙерге Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес. Министр, илде йәшелсә-емеш менән тиҙҙән үҙ аллы тәьмин итә аласаҡбыҙ, тип белдерҙе.
Малсылыҡ, эшкәртеүсе сәнәғәт һөҙөмтәләре, тармаҡ тауарҙарын сит илгә һатыу күрһәткестәре лә ҡыуаныслы.
“Ауыл хужалығы һуңғы осорҙа һәр ваҡыт алдынғы тармаҡтар рәтендә. Былтырғы йыл да уңышлы булды , ауыл кешеләре, һәр ваҡыттағыса, бик яҡшы эшләне”, – тип билдәләне Владимир Путин.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: