+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 12:19

Юл төҙөлөшөнә 9 миллиардтан ашыу аҡса бүленә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан2020 йылда Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юл төҙөүгә 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Был аҡса Өфөгә көньяҡтан инеү юлын, Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамында күперҙе төҙөүҙе дауам итеүгә тотоноласаҡ. Шулай уҡ Пугачев урамын реконструкциялауҙы проектлау тамамланырға тора. Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендә юл үткәргесте реконструкциялауҙы башларға ниәтләйҙәр.

2020 йылда Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юл төҙөүгә 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Был аҡса Өфөгә көньяҡтан инеү юлын, Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамында күперҙе төҙөүҙе дауам итеүгә тотоноласаҡ. Шулай уҡ Пугачев урамын реконструкциялауҙы проектлау тамамланырға тора. Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендә юл үткәргесте реконструкциялауҙы башларға ниәтләйҙәр.
2020 йылда Салауат Юлаев проспекты менән Әхмәтзәки Вәлиди урамдары киҫелешендә юл үткәргесте реконструкциялау башлана, Нуғай ҡасабаһына тимер юл аша юл үткәргес тә төҙөлә башлаясаҡ.
Интернациональ урамында Ағиҙел аша яңы күпер һалынасаҡ. Ул М-5, М-7 федераль трассаларын бушатыр, тип көтөлә. Шаҡша һәм Затон күперҙәренә капиталь ремонт эшләнәсәк.
Киләһе ике йылда Комсомол һәм 8 Март урамдарына реконструкция үткәреү ҡаралған. Бында 2021 йыл аҙағында алты һыҙатлы магистраль барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ Инорста Лесунов урамында ла төҙөлөш эштәре көтөлә.
2019 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 5 миллиардтан ашыу аҡса бүленгән, 353 объектта эштәр башҡарылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: