+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:29

Коронавирус – туҡта!

#ВладимирПутинБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә (3 февралгә) ҡарата Ер шарында 14 557 кеше коронавирустың яңы төрөн йоҡторған. Шуларҙың 14411-е – Ҡытайҙа йәшәүселәр. Башҡа 20 илдә 146 сирле асыҡланған. Рәсәйҙә - ике осраҡ.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә (3 февралгә) ҡарата Ер шарында 14 557 кеше коронавирустың яңы төрөн йоҡторған. Шуларҙың 14411-е – Ҡытайҙа йәшәүселәр. Башҡа 20 илдә 146 сирле асыҡланған. Рәсәйҙә - ике осраҡ.
Ҡытай милли һаулыҡ һаҡлау комиссияһы башҡа төрлө һандар килтерә. Вирус йоҡтороусылар һаны – 17 388 кеше. Ҡытайҙың үҙендә – 17205. Ҡурҡыныс һалыуҙан 361 ауырыу үлгән.
Рәсәй хөкүмәте коронавирустың илдә таралыуына юл ҡуймау өсөн етди саралар күрә. Бөгөндән – 3 февралдән – Ҡытай менән тимер юл бәйләнеше туҡтатылды. Президент Владимир Путин вирус сығанағы булған күрше илдән Рәсәй граждандарын сығарыу өсөн Хәрби-космос көстәрен йәлеп итергә бойорҙо. Әле Оборона министырлығы 5 самолеттан торған махсус төркөм булдырған.
Ҡытайҙан ҡайтҡан барлыҡ кешеләрҙе лә 14 көнгә карантинға ябалар.
Әйткәндәй, Рәсәйгә вирус алып ҡайтыусылар Байкал аръяғы крайы һәм Төмән өлкәһе кешеләре. Улар махсус дауаланыу курсы үтә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: