+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:23

Хеҙмәттәшлек офоҡтары киңәйә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанӨфө селекция-гибрид үҙәге үҙ продукцияһын Ҡаҙағстанға оҙата башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үҙәк Благовар районында урынлашҡан. Рәсәйҙең күп төбәктәре унан тоҡомло инә сусҡалар һатып ала. 2018 йылдан ойошма Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр иһә Ҡаҙағстандағы ауыл хужалығы ойошмалары, ассоциациялары менән килешеүҙәр алып барылған. Ғинуар башында уҡ тоҡомло сусҡаларҙың тәүге партияһын Ҡаҙағстанға ебәргәндәр.

Өфө селекция-гибрид үҙәге үҙ продукцияһын Ҡаҙағстанға оҙата башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үҙәк Благовар районында урынлашҡан. Рәсәйҙең күп төбәктәре унан тоҡомло инә сусҡалар һатып ала. 2018 йылдан ойошма Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр иһә Ҡаҙағстандағы ауыл хужалығы ойошмалары, ассоциациялары менән килешеүҙәр алып барылған. Ғинуар башында уҡ тоҡомло сусҡаларҙың тәүге партияһын Ҡаҙағстанға ебәргәндәр.
2019 йылда Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһы экспорты яҡынса 103,9 млн. доллар тәшкил иткән. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 27,6 млн. долларға күберәк. Быйыл республика сит илгә 115 млн. долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы һатыуҙы маҡсат итә. 2024 йылға Башҡортостандан тармаҡ тауарҙары экспорты 240 млн. долларға етергә тейеш. Төбәгебеҙҙә экспортерҙарға дәүләт ярҙамы арттырылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Был тәңгәлдәге саралар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: