“Демография” милли проекты Рәсәй халҡының ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән күләмле эштәрҙе үҙ эсенә ала. Улар иҫәбендә төрлө ҡатлам кешеләренең йәшәү сифатын күтәреү, дәүләт социаль сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле үткәреүгә ҡағылған саралар ҙа бар.
Үҙәк киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пособиелар 3 процентҡа арта. Һүҙ Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына, ветерандарға, инвалидтарға оҙатып йөрөүсе эттәрҙе аҫрау өсөн компенсациялар, радиация фажиғәләре һәм ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булған граждандарға компенсациялар һәм башҡа түләүҙәр тураһында бара.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә 2026 йылға тиклем әсәлек капиталын йыл һайын индексацияларға һәм уны беренсе бала өсөн дә индерергә ҡушты.