+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 11:11

Йортло булып йәшәүгә ни етә...

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанВладимир Путиндың “май” указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: «Торлаҡ», «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү», «Ипотека» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу».

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: «Торлаҡ», «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү», «Ипотека» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу».
2019 йылда республикала дөйөм майҙаны 2 млн. 372 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгөн. Был – 32 меңгә яҡын фатир тигән һүҙ. 2018 йыл менән сағыштырғанда күрһәткес 3,2 процентҡа юғарыраҡ. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Татарстандан ҡала (2 млн. 675 мең квадрат метр) Волга буйы федераль округында беҙ икенсе урында торабыҙ.
Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү йәһәтенән 2019 йылда авария хәлендәге 4,8 мең квадрат метр майҙандан 299 кеше күсерелде. Быйылғы йылды ла иҫәпкә алып, төбәк проекты буйынса Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондарында һәм Өфөлә, дөйөм алғанда, 8,4 мең квадрат метр иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү планлаштырыла.
Шулай уҡ, Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, алданған өлөшсөләрҙең йорттарын төҙөп бөтөрөү эше дауам итә. Йыл аҙағында «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында – 316, «Яңы Булгаков» биҫтәһендә 69 ғаилә күптән хыялланған фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Проблемалы йорттар быйыл да шаҡтай кәмейәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: