Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин «Мәғариф сәғәте» кәңәшмәһендә йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Республика уҡыусы балалар ялын ойоштороу сифаты буйынса Рәсәйҙең өс алдынғы төбәге иҫәбенә инә, тип билдәләп үтте ул.
Быйыл балалар ялын ойоштороу өсөн бюджеттан 2,2 миллиард һум аҡса бүленә. Был уҙған йылға ҡарағанда 350 миллион һумға күберәк. Әле эшләп килгән учреждениеларҙа йыл әйләнәһенә эшләгән профилле балалар лагерҙарын булдырыу планлаштырыла. Илеш районының «Орлёнок» лагерында «Беҙҙең заман лагеры» комплекслы белем-тәрбиә биреү программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә «Аванте» физкультура-һауыҡтырыу үҙәге булышлығында Республика йыһан сменаһын уҙғарыу, Өфө районының «Огонёк» лагерында «Ижади кешеләр» федераль проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй «Геройҙар иле» хәрби-тарихи лагеры ойоштороу ҡарала. Бынан тыш, быйыл республиканың барлыҡ мәктәп яны лагерҙарында профилле сменалар эшләйәсәк.