Рәсәй финанс министрлығы Президенттың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыуға сығымдарҙы баһаланы. Министр Антон Силуанов, өҫтәмә сығымдар илдең макроиҡтисади һәм бюджет тотороҡлоғонда сағылмаясаҡ, тине.
Ведомство етәксеһенең билдәләүенсә, Президенттың планын тормошҡа ашырыуға 4 триллион 128 миллиард һум тирәһе аҡса талап ителә. Унынң күп өлөшө аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе яҡлауға һәм әсәлек капиталы өсөн түләүҙәргә тотоноласаҡ.
Аналитиктарҙың иҫәпләп сығарыуынса, социаль сығымдарҙың артыуы күп кенә өлкәләргә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам – ваҡлап һатыу өлкәһендә үҫеш тәьмин итәсәк, ә әсәлек капиталына түләүҙәр – күсемһеҙ милек баҙарына ыңғай тәҫьир бирәсәк.