+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 18:01

Яңы пособие кемгә түләнә?

Президент Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн ғаиләләргә айлыҡ пособие түләү хаҡында тәҡдим индергәйне. Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, яңы түләүҙе 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар үҫтереүсе, йән башына килеме бер йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр аласаҡ.

Быйыл пособие күләме Башҡортостанда 4 894, 5 һум, йәғни төбәгебеҙҙә уҙған йылдың икенсе кварталында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк.
Мохтажлыҡ критерийын билдәләү сиге булып шулай уҡ 2019 йылдың икенсе кварталына йән башына йәшәү минимумы күләме тора, ул беҙҙең республикала – 9804 һум.
2020 йылда ғаризаны ҡасан биреүгә ҡарамаҫтан, ғаиләләргә түләү бөтә осор өсөн – быйылғы йылдың ғинуарынан башлап тәғәйенләнә. Балаға өс йәш 2020 йылда тула икән, шул айҙан алып түләнәсәк.
Хәҙерге ваҡытта федераль бюджетҡа төҙәтмәләр индерелә, норматив хоҡуҡи акттар әҙерләнә һәм түләү тәртибе раҫлана.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: