Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” төбәк сәйәси советы ултырышында сығыш яһағанда Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендәге социаль блокҡа, бигерәк тә ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы сараларына айырым иғтибар биреүҙе һораны, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәне тәрән өйрәнеп, республика халҡына ентекләп аңлатырға саҡырҙы.
Республика етәксеһе был документта төбәктәргә ҙур иғтибар бирелеүен әйтеп үтте. Мәҫәлән, юғары уҡыу йорттарына ярҙамға һәм ил субъекттары башлыҡтарынан торған Дәүләт Советы кимәлен күтәреүгә баҫым яһалыуын билдәләне. Былар барыһы ла закон менән нығытыласаҡ, тине ул.
Радий Хәбиров мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу темаһына ла туҡталды. Әгәр республикала 1 сентябргә 1–4-се класс уҡыусыларын сифатлы ашатыу өсөн бөтә шарттар булдырылһа, күпселек мәктәптәрҙә был система яңы уҡыу йылынан эшләй башлаясағын белдерҙе.