+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 12:05

Педагогик кадрҙар әҙерләүгә етди иғтибар

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Мәғариф” милли проектында педагогик кадрҙар әҙерләү буйынса бүлек барлыҡҡа киләсәк. Быны Рәсәй Президенты советнигы Александра Левицкая тәҡдим иткән. Уның фекеренсә, мәғариф системаһына ҡуйылған етди бурыстарҙы атҡарыу өсөн көслө кадрҙар кәрәк.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Мәғариф” милли проектында педагогик кадрҙар әҙерләү буйынса бүлек барлыҡҡа киләсәк. Быны Рәсәй Президенты советнигы Александра Левицкая тәҡдим иткән. Уның фекеренсә, мәғариф системаһына ҡуйылған етди бурыстарҙы атҡарыу өсөн көслө кадрҙар кәрәк.
Быға тиклем дә профессиональ педагогик йәмәғәтселек “Мәғариф” милли проектына өҫтәлмәләр индереү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаған булған. Унда һүҙ тап кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә ҡағылған.
Әле милли проекта уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу хаҡында бүлектәр бар, әммә айырым проекттар юҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: